Жұма, 22 Қараша 2024
Жаңалықтар 5937 0 пікір 2 Қаңтар, 2011 сағат 11:09

"Алты Алаш" жобасы: Бауыр етім Башқұртым!

Қайран да менің Башқұртым! Бауыр етім! Тегі бір тектім! Бодан болған басың бар, шер болып қатқан жасың бар! Сағынышқа айналған сағым заманда бабаң бассалы болған елге кіріптар болып отырамын деген я сенің, я менің басыма келді ме?! Ұлы даланың құнарлы төсінде құлдыраңдаған құлындай егіз едік. Шат едік! Ендігі күнің мынау. Азаттығым басымда болғанымен бауырларым қасымда жоқ. Өзімшілдігі өсіп келе жатқан Ресейдің бір қуысында, Құдайдың уысында бабадан қалған балбал тастардай түркінің текті мәдениетінің өз бойыңда қалған қоламтасын жаныңды салып қорғап, соны сақтау арқылы болашағыңа үміт жалғаған бүгінгі бейнеңді көріп егіліп, екі дүниеде сенің бостан күніңді, азат таңыңды тілеп өтермін! Алаштың орындалған арманының жемісін көріп мен отырмын. Башқұрттың азаттығы үшін Алашпен бірге қасқайып күресіп өткен Ахмет Зәкидің қатираларын құшақтап сен отырсың. Қамықпа, бауыр, Башқұртым! Ұлы далада ұлардай шулап табысармыз әлі!

Төменде бойындағы барын көзіңнің қарашығындай қорғап, аялап отырған Башқұрт бауырлардың Ұлы даланың иесі мен киесі болып отырған қазаққа жіберген сәлемі.

 

"Абай-ақпарат"

 

 

 

Башқұрт әдебиеті

Ҡуҙыйккүрпәс менән Маянһылыу

Қайран да менің Башқұртым! Бауыр етім! Тегі бір тектім! Бодан болған басың бар, шер болып қатқан жасың бар! Сағынышқа айналған сағым заманда бабаң бассалы болған елге кіріптар болып отырамын деген я сенің, я менің басыма келді ме?! Ұлы даланың құнарлы төсінде құлдыраңдаған құлындай егіз едік. Шат едік! Ендігі күнің мынау. Азаттығым басымда болғанымен бауырларым қасымда жоқ. Өзімшілдігі өсіп келе жатқан Ресейдің бір қуысында, Құдайдың уысында бабадан қалған балбал тастардай түркінің текті мәдениетінің өз бойыңда қалған қоламтасын жаныңды салып қорғап, соны сақтау арқылы болашағыңа үміт жалғаған бүгінгі бейнеңді көріп егіліп, екі дүниеде сенің бостан күніңді, азат таңыңды тілеп өтермін! Алаштың орындалған арманының жемісін көріп мен отырмын. Башқұрттың азаттығы үшін Алашпен бірге қасқайып күресіп өткен Ахмет Зәкидің қатираларын құшақтап сен отырсың. Қамықпа, бауыр, Башқұртым! Ұлы далада ұлардай шулап табысармыз әлі!

Төменде бойындағы барын көзіңнің қарашығындай қорғап, аялап отырған Башқұрт бауырлардың Ұлы даланың иесі мен киесі болып отырған қазаққа жіберген сәлемі.

 

"Абай-ақпарат"

 

 

 

Башқұрт әдебиеті

Ҡуҙыйккүрпәс менән Маянһылыу

Борон-борон заманда ла,
Йә ҡыҙыл ҡар яуғанда ла,
Илдәр, йорттар ауғанда ла,
Донъя тыныс торғанда ла,
Әкиәт икән ул әкиәт.

Уйламағыҙ, был тағы хаҡ -
Сығарған дүрткел самокат,
Йә тарихтан тапҡан аҡ тап...
Бында мөһим бары тик факт!
Хәйер, баштан, әйҙә - тәфсирләп.

... Ҡуҙыйкүрпәс, Маянһылыуын
Алып ҡайтҡас атай өйөнән,
Бында нисек тормош ҡороуын,
Донъяларҙы нисек ҡыуыуын
Еткермәгән беҙгә яҙмалар.

Тарих ләкин йөй ҡалдырған
(Юҡ һис урын алдашырға):
Геройҙар ғаилә ҡорған...
Ә артабан һуң ни булған?
Асыҡ инде - донъя, балалар...

Ары - һөйләй шәжәрәләр:
Шанлы яуҙар, хандар, бейҙәр,
Риүәйәттәр, оҙон көйҙәр...
Ҡуҙыйкүрпәс аты шулай, тиҙәр,
Беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

... Заман бер аҙ ыҡҡа киткәс,
Яңы башҡорт Ҡуҙыйкүрпәс,
Был эш, тиеп, мәңге бөтмәҫ,
Яңы һайлау мәле еткәс,
Китергә, ти, булған сәйәсәткә.

***

Акмулла

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!*

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.


Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек - арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

***

 

 

Акмулла

Һыр ҡыпсағына

(Тиңлек ала алмаған Аҡмулланың Аҡмәсет әҙәмдәренә яҙған хаты)

 

Аҡ шонҡар ау күрмәгән, асыҡ емгә,

Саҡырған ата тауышына килдек илгә.

Кем тартыр ғәйеп-яҙыҡ шул гонаһын -

Ат тире, ир хеҙмәте китһә елгә?

Ҡағылған ҡай егет табыр гүзәлен,

Ыҙаланып, артта тороп, ҡалһа кәмгә?

Донъя - бер тәгәрмәстер торған ауып1,

Булалыр, инсаф ашһа, илгә хәүеф.

Күреүҙән - эсеү артыҡ тигән һүҙ бар,

Кермәйҙер тик тороуҙан илгә һаулыҡ.

Дүрт дөйә - дүрт бейҙең тәүфиғенә,

Килтерҙек ат та, нар2 ҙа доға ябып.

Халыҡтың башын ҡушҡан хөрмәтенә -

Теүәлләнеп китмәнек риза табып.

Бар ине йыл ҡошондай бер ҡуңыр яҙ3,

Өмөтлө инек, ул саҡырһа, килер, тип яҙ.

Һөрөнгәндә һөйәнгән урын ине -

Табыр инек йөрөмәгән үҙе һәм ҡаҙ.

Күңелдәге бүтәнсә маҡсатыбыҙ -

Барабыҙ әҙәм тапмай әйтергә наҙ.

Ниәтегеҙ - талаш икән тишек тамға4,

Әле һаман кермәйһегеҙ хәүеф-ғәмгә.

Аҙашҡан аҡылынан ахмаҡ шалдар5

Алышҡан аҡылын ит менән нанға.

Бей икән дүрт түбәгә ата Нурман,

Ятҡан ерҙән саҡырып алдың ҡырҙан.

Ҡыуалап ҡомалаҡтың уйынындай,

Сығарҙың өйөрмәләп беҙҙе ҡорҙан.

Үҙеңдән килде хәбәр, килһен, тигән.

Ир-намәрд6 намыҫына билһенмәгән7,

Ҡыл үңәс, тар күкрәккә кәмһенмәгән,

Эскәндәй мәңге һыуын, ҡарымаған,

Ҡартлығына бәрәкәт тарымаған,

Киң боғаҙ, ҡуҡыр эйәк аға таптыҡ,

Ыуыҙ ҙа ауыҙына ярамаған.

Ваҡ икән шөғөлдәре - ҡашыҡ ялап,

Ҡалдырған аҡыл еҫен нәфсе ҡамап.

Саҡырған ағайың, һиңә ҡарап,

Юҡтан бойҙай тиргәндәй, файҙа һанап,

Янындағы уйыҡ елкә бейҙәре лә

Сығарған башың кәмгә, тинен һанап.

Бей булған Урта Йөҙгә ир Йәнебәк,

Найманда йырың ҡолаҡ итте Түләк;

Арҡала - Балғужа һәм Наурузбай,

Урта ҡыпсаҡ Теләүле - ятыр бүләк.

Һырҙа - Доспол, Торсомбай, йәнә Турғай -

Күрерлек нәҫелдәрен - буйы күмәк.

Юғарғы дүрт заттарҙың нәҫеленән

Алмаған икән былар ҡылып кәрәк.

Ҡарылары һүҙ тыңлайҙар йәштәренән,

Ваҡиғалар үтмәгәндәй баштарынан.

Ағастай япраҡһыҙ саяһы8 юҡ,

Күршеһе китмәгәндәй ҡаштарынан.

Саҡырған ағайыңды килдек күрә

(Ҡай берәү, ситтән ятып, ҡаршы өрә).

Нисә әйтһәң дә, аҡһөйәк балаһы бит,

«Инсафы» бар икән үҙенә күрә.

Үҙендә хурлыҡ, зыян - барыһы мул.

(Шул ирҙән күренәлер уң менән һул!)

Һәр кемде аҡылынан аҙаштырҙы,

Сығарып көс-ҡеүәтен аямай мул.

 

Ғалим, хажи, бай, мирза - яҡшылар бар,

Маҡсатын итеп торған аҡтан теләп.

Бындайын күп халыҡҡа үпкәбеҙ юҡ,

Әйттек һүҙ ике-өс әҙәмгә тәғәйенләп.

 

***

 

 

 

 

Рух ҡошо тураҺында риүәйәт

 

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, Рух ҡошо нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары тик күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ үҙ Рух ҡошо менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, үҙ моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай.

Үҙ теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға.
Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей.
Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә.
Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.

Сит халыҡтар араһына сығып киткән кешеләрҙең иһә үҙ Рух ҡоштары менән күңел нурҙарының бәйләнештәре бик ныҡ бушай. Шуға ла улар сит ерҙәрҙә йәшәгәндә, йөрәктәрендә ниндәйҙер бушлыҡ һәм үҙәк өҙгөс һағыш тоя башлай. Йырҙарын һағынамы, тыуып-үҫкән ерҙәренме, туғандарынмы - үҙҙәре лә белмәй һәм аңламай. Ә һағыштың төп сәбәбе - үҙ халҡының Рух ҡошо менән күңел бәйләнешенең өҙөлөүе. Ситкә күмәкләп сығып китеүселәр генә, әгәр ҙә күңел көстәре етһә, үҙ халҡының ҡошонан ҡеүәт ала башлай, тик бының өсөн бик ҙур ихтыяр көсө кәрәк. Әммә улар үҙҙәре иһә Рух ҡошон йәшәтеүгә күңел йылылығы бирә алмай.
Халҡы көслөрәк булған һайын Рух ҡошо ла ҙурыраҡ була һәм оҙағыраҡ ғүмер итә. Ләкин ул ниндәй генә ҙур булмаһын, мең ярым йылдан оҙаҡ йәшәй алмай. Үҙ ғүмерен йәшәгәс, ояһына ултыра ла үлергә әҙерләнә. Рух ҡошоноң хәле бөткән һайын, халҡы ла ҡарыуы ҡайтыуын тоя. Был осорҙа халыҡ ялҡаулана, вайымһыҙлана, насар холоҡтарға һәм төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай. Рух ҡошо һәм бер-береһе менән бәйләп торған күңел нурҙары кәмегәндән кәмей, бушағандан бушай бара. Халыҡ яйлап ҡына тарҡала, күпселеге үҙе өсөн генә йәшәүҙе өҫтөн ҡуя. Һәм шуның менән үҙ-үҙен тағы ла көсһөҙләндерә, Рух ҡошоноң үлемен яҡынайта.

Ошо ваҡыт халыҡтың күпселеге Рух ҡошоноң көслө саҡтарын һағына, үҙәк өҙгөс йырҙар ижад итә, ниҙер эшләргә ынтыла, йөрәктәрендә нимәлер етмәүен тоя. Ләкин, бөйөк эштәр башҡарыу өсөн, уларҙың йөрәк һәм теләк көстәре - рухтары етмәй.
Ошо ауыр осорҙа халыҡтың бер өлөшө генә - иң көслө, иң рухлы улдары һәм ҡыҙҙары йөрәктәрендә Рух ҡошо менән бәйләнешен һаҡлай. Әммә күңелдәре хәүефләнә, йөрәктәре ниндәйҙер көстөң кәмегәндән кәмей барыуын һиҙә. Тик улар, дөйөм халыҡтан айырмалы рәүештә, нимә булһа ла эшләп, халыҡтың күңеленә элекке рухты ҡайтарырға тырыша. Халыҡ уларға эйәреп ынтылып та, талпынып та ҡарай, тик рух көсө бик һирәктәрендә генә уяна.
Бына иң ҡурҡыныс көн килеп етә, һәм Рух ҡошо үлә. Ошо көндән халыҡтың күпселеге ниндәйҙер бушлыҡ тоя. Башҡа бер нәмәне лә һағынмай; теле, халҡы, үткәндәре һәм киләсәктәре алдында бурыстары барлығын да онота. Улар өсөн иң мөһиме - бөгөнгө көн һәм ул үҙе. Һәр береһе айырым. Хатта ғаилә бәйләнештәре лә өҙөлә башлай. Халыҡтың күпселеге тере мәйеткә, ә рухһыҙ күңелдәре - ҡол күңелдәренә әйләнә: саялыҡ менән тәүәккәллек - әрләшергә яратыусанлыҡҡа; дуҫлыҡ - кешенән файҙа эҙләүгә; сәмселлек - көнсөллөккә; бер-береһенә ихтирам - ярамһаҡланыуға; ғорурлыҡ - үсексәнлеккә; тура һүҙлелек ғәйбәт һөйләргә яратыуға алмашынып бөтә.

Рухи байлыҡҡа ынтылыш та матди байлыҡҡа алмаштырыла.
Хатта кешенең аҡылы тураһында ла тик байлығы буйынса ғына фекер йөрөтөлә.
Халыҡта хаинлыҡ өҫтөнлөк ала башлай.
Ә күңелдәрендә Рух ҡошоноң эҙҙәрен һаҡлағандар ошо хәлде күреп, күңел ғазаптарына дусар була. Халыҡ булмышының төп сығанағы булған моңдо һәм телде, саялыҡты һәм ғәйрәтте, тоғро¬лоҡто һәм ғорурлыҡты тергеҙергә тырыша, күңелдәрендә һаҡлан¬ған йылылыҡты бөтә халҡы менән уртаҡлашырға ынтыла. Ләкин халыҡтың күпселеге быны аңлай ҙа алмай, аңларға теләмәй ҙә, сөнки күпселек тик үҙе өсөн генә йәшәргә теләй, башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, киреһенсә, рухлыларға аптырап: «Нимә етмәй һуң һеҙгә?» - тип ғәжәпкә ҡала.

Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре - көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде, халҡының был мәсхәрәһен күрмәҫ өсөн ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңелдәре һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә.
Ләкин өмөт бар. Сөнки Рух ҡошо үлер алдынан, үҙ нәҫелен дауам итеү өсөн, бер йомортҡа һалып ҡалдыра. Бер генә йомортҡа. Рух ҡошо үлеп, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йомортҡа эсенән кескәй генә, көсһөҙ генә ҡошсоҡ килеп сыға. Кошсоҡ Рух ҡошо¬ноң эсендә тупланған ризыҡ менән туҡлана, ә халыҡтың рухлы өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, эшмәкәрлеге һәм күңел көстәре менән шул ҡошсоҡто йылыта, йәшәтә.
Әгәр ҙә халыҡ күңелендә шул ҡошсоҡто йәшәтерлек көс етмәй икән, ҡошсоҡ көс йыйып өлгөрмәйенсә, һәләк буласаҡ, һәм уның халҡы шул көндән башлап Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сыға баш¬лай. Был күренешкә күрше халыҡтар битараф ҡала, ҡайғыр¬майҙар ҙа. «Рухһыҙҙарға шул кәрәк», - тип кенә ҡуялар.

Ә әгәр ҙә халыҡ күңеле Бәләкәй ҡошсоҡто көс кергән сағына тиклем йылытып, йәшәтеп тора алһа, йөҙ ярым йылдан һуң яңы Рух ҡошона әйләнә, һәм ошо осорҙан башлап халыҡ үҙенең уянғанын: йөрәгендә яңы ҡеүәт барлыҡҡа килгәнен; Рух ҡошоноң йәшәүен; һәм үҙҙәренә саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсөнөң оло маҡсаттар менән йәшәүгә дәрт биреп тороуын тоя башлай. Кешеләр яңынан бер бөтөнгә - халыҡҡа ойоша, бер-береһен ярата башлай, онотолоп бөтөп барған телен,
үҙ халҡына хас исемдәрен, моңон яңынан тергеҙәләр, йөрәктәрендә бер-береһе менән дә, Рух ҡошо менән дә нур бәйләнеше булдыралар. Бынан һуң уларға бер генә шарт ҡуйыла - үҙ рухтарына, үҙ булмышына хыянат итмәү...

Илгизәр Диҡҡәт (Бураҡаев)

"Күк бүреләре" китабынан

***

 

Аҡмулла

Йырау

 

Кил, егеттәр, ҡолаҡ һал!

Аҡмулланан өгөт ал!

"Бәхетте бар егеткә, -

Тигән һүҙ бар, - хоҙа яр..."

Әйтә алмай йөрөгән

Беҙ ғәриптә күп моң бар!!

Серең сәсеп халыҡҡа,

Етәкләйҙер тел-мордар217.

Егеттәр, быны тыңлағыҙ!

Ҡулым ҡыҫҡа, ерем тар,

Күңел етһә, ҡул етмәй,

Әҫтәмдән болот китмәй.

Теләнмәкте халыҡтан

Күрәмен бының барын ғар218.

Теләнмәйек бәндәнән!

Билде бигаһ219 бәйләһәк,

Ҡыйын булмаҫ егеткә.

Булды тәңрем, хоҙа яр.

Аҙыраҡ ҡисса мин ҡылдым,

Ҡәләм алып ҡулыма...

***

 

 

Рауил Бикбаев

Халҡыма хат

Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.

Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә.
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.

Еркәйемдең тарих һөйләмәгән
Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы.
Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,
Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.

Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,
Күпме наҙ бар дала елендә.
Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.

Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған.

Нисәнсе ҡат даулап азатлығын
Урал да ғына тигән баш йортта,
Батшалыҡтың тәхетен дер һелкетеп,
Күтәрелгән тағы башҡорттар.

Ҡыйралһа ла ирҙәр, Тамыры ҡалған
Ирек өсөн ташҡан кәр, сәмдең
Батырҙарҙы палач дарға аҫҡан,
Яугирҙарҙың киҫкән ҡолаҡтарын,
Телен киҫкән күпме сәсәндең.

Ни үтмәгән башҡорт баштарынан -
Дусар булған шундай язаларға -
Тарих уйлап үҙе һиҫкәнер!
Кемдәр күргән ирек даулағанға
Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!

Башҡорт илен тотош утҡа солғап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!

Халҡым!

Намыҫың ғорур булып ҡалған
Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,
Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,
Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә.

Зирәктәрҙең ҡолаҡтарын йолҡоп,
Итеп булмай илде һаңғырау.
Улдан улға күсеп яңғыраған
Ил намыҫын әйҙәр хаҡ оран.

Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын
Өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.

Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төнъяҡ амурҙары,
Донъя сәхнәләре сайҡала.

Һәләттәргә һәләт өҫтәлгәндә
Алҡыш яулап донъя гиҙерлек,
Күпме кешеләрҙе туған моңдан,
Туған телдән нисек биҙҙерҙек?

Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?

Әсә моңон сабый, хайран ҡалып,
Күңеленә йыйыр бер саҡта,
Шул баланың һиҙгер ҡолаҡҡайын
Үҙ ҡулдары менән кем ҡаплар?

Әллә ҡайҙан эҙләү кәрәк түгел
Аңын юйған ундай бәндәне.
Нисә быуын үҫте моңһоҙ булып,
Үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.

Телен ҡырҡҡан саҡта батырҙарҙың
Алҡымына ҡандар тулғанда,
Уйлауы ла хатта ҡурҡыныс бит -
Көткәндәрме үҫер тиеп бер саҡ
Телле көйө телһеҙ уғландар?

Нишләр ине улар быны күрһә,
Киттеме ни күпме көс әрәм?
Ҡәһәрләрҙәр ине - тел киҫелгән,
Намыҫымды улар йылдар аша
Ҡараштары менән өтәләр.

Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,
Намыҫыбыҙ юҡмы аҙыраҡ?
Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын
Тырышып-тырышып ата-әсәләре
Үҙ теленән үҙе яҙҙыра.

Сабыйҙарҙың теленә ғәмһеҙ ҡарап,
Упҡын ситтәренә еткәнбеҙ.
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Иле бөтә теле бөткәндең.

Сит телдәргә балам маһир тиеп,
Шатлығынан берәү һикерә.
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?

Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,
Ул баҡсаны яман ҡый алһа,
Тиҫтерҙәре араһында бала
Башҡорт булыуынан, Сыуаш булыуынан,
Мари булыуынан оялһа?

Ни мәғәнә батшаларҙың исемен,
Сит ил тарихтарын ятлауҙан,
Ил тарихы илгә бикле булһа,
Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа?

Ни мәғәнә башҡорт китаптары
Сит илдәргә еткән бер мәлдә,
Күпме бала туған телкәйендә
Әлифба ла таный белмәгәс?

Күкрәк ҡаға-ҡаға ниндәй хәлгә
Килеп терәлдек бит - ҡот оса!
Күпме әсә һалдат улы менән
Хат яҙыша алмай башҡортса.

Ә һуң ҡаҙағында, татарында -
Ҡайҙа юҡ һуң ундай бисаралар,
Ғәзиз балаһынан үҙ телендә
Хат алыуҙан мәхрүм әсәләр?
Илдең бөгөн боғаҙынан ала
Ҡағыҙҙарҙа инде әллә ҡасан
Хәл ителгән милли мәсьәлә.

Йыуанмайыҡ, бындай аяныс хәл
Килмәгән, тип, бары башҡортҡа...
Беләм дә бит, илдең генә түгел,
Барлыҡ телдәрҙең дә баштарына
Бәлә булды башһыҙ башлыҡтар.

Ил яҙмышын түгел, тик үҙ йәнен
Ҡалтыранып һаҡлар башлыҡтар
Ҡараһындар әле үҙҙәренә,
Гонаһтары сыҡһын йөҙҙәренә -
Телдәр бөтә,телдәр үлә тип,
Йортобоҙҙа күпме ҡуштан-түрә
Хурламаны туған милләтен?

Тик ҡарайыҡ әле үҙебеҙгә -
Башҡаларҙы еңел ҡарғауы -
Туған телде сабыр балтаны бит
Беҙҙең ғәмһеҙлек тә сарланы.

Шул ғәмһеҙлек, ҡуштан-ялағайлыҡ
Ил йөҙөнә ҡара болот яҡты,
Тонсоға бит инде ер-күктәр!
Йәннәт булыр ошо еребеҙҙә
Тыуа бөгөн күпме ғәриптәр.

Ә һуң әсә һүҙен онотҡанды
Ғәрип түгел тиеп кем әйтә?
Тәне менән, йәне менән халҡым
Әйләнерме ғәрип милләткә?

Илдең иртәгәһе хәстәрҙәрен
Беҙ күрмәйсә тағы кем күрер?
Сабыйҙарҙың телен ҡайғыртмаһаҡ,
Аҡһаҡалға булыр төкөрөү.

Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан,
һиңә быны нисек аңлатырға,
Телле көйө телһеҙ ырыуҙаш?

Аҡылыңдан әллә яҙҙыңмы һин,
Тере көйө телдән яҙырға?
Телдән яҙғанға бит оҙаҡ ҡалмай
Алҡымынан әжәл алырға.

Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,
Офоғобоҙ алда киң әле.
Туған телдең шифа шишмәһенән
Килер быуын эсһен кинәнеп.

Ырғытайыҡ ҡулдар етмәҫ ергә
Сабый телен баҫҡан балтаны.
Аңлауҙан да бигерәк төҙәтеүе,
Төҙәтеүе ауыр хатаны.

Бөгөндән үк егеләйек эшкә,
Етер һибелеүҙәр юҡ-барға,
Һүҙ һөйләүҙән генә ҡотаймай йорт,
Телде һаҡлап булмай тел сарлап.

Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,
Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?
Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,
Иртәгәһен илдең һаҡларлыҡ!

Ҡайҙа бара меңәр юллыҡ юлыбыҙ,
Алда көтә ниндәй яҙмыштар -
Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта,
Беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта.

Туған телем өсөн кәрәк икән -
Бар бәхетем әйҙә юҡ булһын,
Туған телем өсөн кәрәк икән -
Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын!

Туғанынан яҙған - ярты йәтим,
Туған теленән яҙған - мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

***

 

 

Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән

Бәндәбикә әбей Мәҡсүт ауылы ерендә, Эйеккә һул яҡтан ҡойған Бәндәбикә йылғаһы буйында йәшәгән. Ул заманда йылғаның һыуы мул булған, балығы күп булған, буйы ҡуйы ағаслыҡ менән ҡапланған.

Йылғаның төньяғындағы ҡалҡыулыҡта Бәндәбикә ҡурғаны бар. Ул тирмә өй һымаҡ итеп кирбестән эшләнгән. Бәндәбикәнең ҡыш йәшәй торған өйө -ыҙмаһы булған.

Бәндәбикә үҙенән бик күп йәшкә кесе Ерәнсә сәсәнгә кейәүгә сыҡҡан. Уны үҙ өйөнә апҡайтҡан. Үҙе ле бик абруйлы, һынсыл, батыр, тәүәккәл ҡатын булған. Ил аҙаматтары һәр саҡ уның кәңәшен тотҡандар» уны хөрмәт итер булғандар.

Берҙән-бер ваҡыт Бәндәбикә әбей ауырыҡһына башлай. Ә Ерәнсә сәсәндең тап ир ҡороңа тулған сағы. Һәр яуҙан еңеп ҡайтыуы арҡаһында, күңеле лә үҫә бара бының. Бәндәбикә ауырыҡһынып киткәс, был айырыуса йүгәнһеҙләнә. Егеттәрең йыя да бер көн әйтә:

Ҡаҙаҡтар беҙҙең илгә барымта менән күп килделәр. Йәгеҙ әле, егеттәр, бер ҡыҙыҡ булһын, беҙ ҙа уларҙың йәйләүҙәренә барымта яһап ҡайтайыҡ.

Егеттәрҙең ҡайһылары:

тип икеләнеберәк

ҡалғандар, ә ҡайһылары;

- Ҡурҡаҡ кеше беҙ түгел, - тип, Ерәнсә сәсәндең һүҙен ҡеүәтләгәндәр. һүҙҙе төйнәгәс, Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә янына ҡайтып, үҙ фекерен әйткән икән, Бәндәбикә уға ҡаршы төшкән.

- һин үҙ илеңдә батыр исемен яуланың. Батырлыҡ янына аҡыл да кәрәк. «Ил һаҡлаған - ирәйеп йәшәгән, ил баҫҡан - иҙелгә таянған», -~ тигәндәр. Ә һин хәҙер, ахмаҡланып, йәштәрҙе насар эшкә ҡотортҡанһың. Ил баҫыу беҙҙең ғөрөфкә һыймай. Исем һатмағыҙ, «Теймәҫте хоҙай һөймәҫ», тигәндәр. Насар уйҙан кире ҡайтығыҙ! - тип өгөтләгән, ти, ул хәл өҫтөндә ятҡан көйө. Халыҡ та уның һүҙен ҡеүәтләгән, ти.

Бәндәбикәнең ауырыуы тағы көсәйгән. Ул, туғандарын йыйып:

- Хәлем насар, шәбәйә алмам. Әгәр үлеп-нитеп китһәм, өйөмә индереп һалығыҙ ҙа ишек-тәҙрәләрен күмегеҙ. Өйөм минең ҡәберем булһын, - тип васыят әйткән, ти.

Бәндәбикә оҙаҡ та тормай үлгән. Ҡарттар уны, васыяты буйынса, үҙ өйөндә ерләгәндәр.

Ә Ерәнсә сәсән егеттәре менән ҡамауҙа ҡалған, күптәре үлгән. Ҡаҙаҡтың ил һаҡсылары уларҙы хөкөм майҙанына килтергәндәр. Унда аҡһаҡалдар йыйылған булған. Әсирҙәр баштарын түбән эйеп торалар икән. Улар янына бер ҡаҙаҡ батыры килеп баҫҡан. Шул ерҙә Ерәнсә сәсән, Бәндәбикәнең әйткәндәрен хәтерләп, бик ныҡ үкенгән, ти.

Аҡһаҡалдар:

- Батырҙар көрәшергә тейеш. Әгәр батырҙары еңһә, был илбаҫарҙарҙы азат итергә. Әгәр ҡаҙаҡ батыры еңһә, яу менән килгән батырҙың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙап үлтерергә, ҡалғандарын ҡайтарырға. Был мажараны улар ҡайтып ил ҡарттарына һөйләрҙәр, - тип, хөкөм сығарғандар.

Ҡаҙаҡ батыры Ерәнсә сәсәнде йығып, күкрәгенә ултырған да йөрәгенә ҡаҙарға әҙерләнгән генә икән, Ерәнсә сәсән ҡысҡырып көлөп ебәргән.

- Туҡта! Үлтермәй тор! Ниңә көлә, һорашайыҡ! тип ҡысҡырғандар, ти, аҡһаҡалдар. Ерәнсә сәсән аяҡ үрә баҫҡан да:

- Минең ҡатыным Бәндәбикә миңә... - тип әйтеүе була, аҡһаҡалдар.

- Бәндәбикә!.. Беләбеҙ Бәндәбикәне! Хуш! һөйлә! - тиҙәр ҙо бер-беренә ҡарап ҡуялар. - Әллә һин уның ире Ерәнсә сәсәнме?

Эйе, мин Ерәнсә сәсәй. Бәндәбикә беҙҙе ил баҫыуҙан ҡырҡа тыйҙы. «Ил һаҡлау - ҙурлыҡ, ил баҫыу - хурлыҡ», тине. Мин уның һүҙен тотманым. Егеттәрем менән барымтаға киттем, Уның әйтеүе дөрөҫ булды, хурлыҡҡа ҡалдыҡ. Шуға үҙемдән көләм, - тигән Браное сәсең,

- Бәндәбикәне әүлиә тип ишетә, инек, ысынлап та, әүлиә икен. Ҡатынын хөрмәтенә барығыҙҙы ла азат итәбеҙ, -- тигәндәр ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары.

Былар йонсоп илдәренә ҡайтыу зары була, улдары үлеп ҡалған кешеләр Ерәнсә сәсәнгә ташланалар:

- Ҡайҙа беҙҙең улдарыбыҙ? - тиҙәр. - һүҙ тыңламай ни ҡырҙың? Ил тыңламай хур булдың!

Ерәнсә сәсән ҡайғыға ҡала. Хурлығынан ул түҙә алмай атына менеп, көнсығышҡа ҡарай сабып китә да, Кәңшәт тауына барып менә. Шунан ҡырла буйлап йән-фарман елеп килә лә тау битләүендәге ҡаянан һыбай көйө һикерә. Шунда аты ла, үҙе лә һәләк була.

Ерәнсә сәсән убаһы ағаслы Үрген йылғаһының уң яғынан, Наҙый йылғаһының Үргенгә ҡойған еренә яҡын, йылғаны уң яҡлап, Ҡоро Урсай уяҙына барған юлдың өҫ яғында, тәпәш кенә һырт өҫтөндә. Уның тирә-яғы һөрөлгән. Ҡәбер өҫтөндә оҙон таш ултыра.

***

 

 

 

 

Алпамыша батыр

 

Борон заманда бер әбей менән бер бабай булған. Уларҙың һис балалары булмаған. Үҙҙәре бик фәҡир торғандар. Емерелеп бөткән өйҙә йәшәгәндәр. Бабай байҙа эшләгән. «Ҡартайғанда, исмаһам, берәй балабыҙ ҙа юҡ бит», - тип ҡайғырышҡандар былар.

Әмәлгә ҡалғандай, бер ваҡыт быларҙың эштән ҡайтыуына өйҙәрендә бер бала илап ултыра икән.

- Ниндәй бала был?

- Үҙебеҙҙең бала. - Әбей менән бабай би-и-ик шатлана.

- Ниндәй сем бирәбеҙ?

- Әйҙә, Алпамыша тип әйтәйек.

Күрше-күләнде саҡырып, үҙҙәренә күрә исем туйы үткәрәләр. Бала бин таҙа була: көн үҫәһен сәғәт үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Бер-ике йыл үтеүгә, эшләп йөрөй, атаһына ҡул ярҙам итә.

- Һин, атай, ҡартайғанһың, ял ит. Һинең урыныңа үҙем барып эшләйем, - ти.

Атаһы:

- Балам, йәшһең әле, эшләргә өлгөрөрһөң, - ти. Алпамыша атаһының ай-вайына ҡарамай, эшкә үҙе йөрөй.

Атаһы бик ныҡ шатлана. Ниндәй генә эш булһа ла, малай бик тиҙ, бик һәйбәт эшләй.

Бер саҡ, эшлән норогон сағында, Алпамыша ниндәйҙер батшалыҡта ниндәйҙер майҙан булғанын ишетеп ҡапта. «Атай, миңә бер ат алып бир, - ти.- Бер батшалыҡта майҙан була икән, шунда көрәшкә барам», - ти. Атаһы ҡайғыға төшә.

- Ат алырлыҡ хәл юҡ бит әле, балам, - ти. Алпамыша ике уйлап тормай, ат эҙләргә үҙе сығып китә.

Бер күрше ауылдағы байға бара.

- Берәй атыңды бир миңә, бай, - ти. - Хаҡын берәй ваҡыт түләрмен, - ти.

Бай ҡарышын тормай.

- Анау аранға кер ҙә үҙең теләгән атты һайлап ал, - ти. Алпамыша иң элек сбруй келәтенә кереп, иң яҡшы югән менән ҡамсы һайлап ала. Унан аранға керә. Аттар юшап тора икән. Югән шылтыратҡанға ҡайһы ат ҡараһа, шул ат уныҡы була икән. Югәнде шылтырата был. Бер наса-а-ар ғына ҡорсаңғы ат ҡарай.

- Миңә тура ҡарағас, бәхетем шунандыр, - тип ошо бәләкәй генә тулаҡты тотоп алын сыға. Бик һәйбәт итеп торон эйәрләй. Хәҙер ҡорал да һорай:

- Бай, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс бир миңә, - ти.

Теге бай барын да бирә. Атты етәкләп бик күп ерҙәр үтә. Алпамыша ҡайтыу яғына бара. Ат үҙенән-үҙе ҙурая килә, ҙурая килә, баҡтыһын ҡоя килә. Бара торғас, ат бик яҡшы бер толпарға әйләнә. Ҡайтышлай, бер йылғаға төшөрөп, атын эсереп ала ла менеп ултыра тегенең өҫтөнә. Шул саҡ ат телгә килә:

- Алпамыша батыр, бер һуҡ - тиремә үтер, ике һуҡ - итемә үтер, өс һуҡ - елегемә үтер, - ти.

Алпамыша һуға. Шунан ат тағы телгә килә:

- Күҙеңде йом, батыр, - ти.

Алпамыша күҙен йома. Шул арала күҙ асып йомғансы ат егетте үҙенең ишек алдына килтереп тә ҡуйған була. Инәһе-атаһы ҡаршы сыға.

- Эй балаҡайым, ҡайһы илдәрҙә йөрөнөң, ни михнәттәр күрҙең? - тип илай инәһе.

-- Иламағыҙ, ҡайттым бит инде, - ти Алпамыша батыр.

Шул кисен ҡуна ла иртәгеһен Алпамыша майҙан тотолған батшалыҡҡа китә, Бының барыуына бик күп халыҡ йыйылған була. Көрәш бара икән. Алпамыша, атын ебәреп, үҙе генә барырға итә. Шул саҡ аты әйтә:

- Өс бөртөк ҡылымды алып ҡал. Ни ваҡыт ҡыл үтә һыҙғырһаң, шул ваҡыт килеп етермен яныңа, - ти.

Алпамыша атын ебәрә лә, майҙанға яҡын уҡ килеп, көрәш араһына килеп керә. Тәүҙә бер аҙ ҡарап тора. Бер батырға ҡаршы бер кем дә сыҡмай, ҡурҡалар. Алпамыша батыр:

- Таҫтамалды бирегеҙ, үҙем сығамын, - ти. Бөтөн халыҡ хайран ҡала. Байҙар, мыҫҡыллап:

- Эй, бынау йолҡондонан буламы ни? Ниндәй таҙа-таҙа егеттәр сығып еңә алмайҙар, - тип көләләр.

Бер кешенең һүҙенә ҡарамай, үҙенә-үҙе ҡеүәт биреп, үҙенә-үҙе дәрт биреп, Ҡарабатырға ҡаршы сыға Алпамыша. Ҡарабатыр, ер тырнап, быға килә инде, йәнә лә быны ҡурҡытырға. Былар алышырға тотоналар. Алыша торғас, икеһе лә тубыҡ тиңете ергә баталар. Берҙән-бер ваҡыт теге Ҡарабатырҙы Алпамыша батыр ерҙән һурып алып, күккә сөйөп ебәрә. Ҡарабатыр ергә килеп төшә алмай, Алпамыша батыр тегене ҡулы менән тотоп ала. Ҡайһы халыҡ ҡысҡыра:

- Булманы ла булманы! - Байҙар инде. Ҡайһылары:

- Булды, булды! - ти.

Шунан Алпамыша батыр, ғәрләнеп китеп, Ҡарабатырҙы икенсегә сөйөп ебәрә.

- Юҡ, былай булмай! - тип өсөнсөгә көрәштерәләр. Өсөнсөһөндә Алпамыша ҡаҙаҡ батырын шул тиклем ныҡ күтәреп ебәрә, әллә ҡайҙа күккә олғаштырып, халыҡ күҙенә күренмәҫлек итеп, өҫкә ырғыта. Шулай уҡ ергә төшөрмәй, күтәреп алып, Ҡарабатырҙы үҙе ултырған балаҫҡа, байҙар янына, илтеп ултырта. Алпамыша батырҙы бөтөн халыҡ маҡтай.

- Ҡайҙан килгән был батыр? Ҡайҙан килгән был батыр? - тип бөтөнөһө уратып ала. Ҡымыҙ эсерәләр, бүләктәр бирәләр.

Батшаның шарты былай булған була:

- Ҡарабатырҙы кем еңә, сабып килгән килеш ҡулса күҙәүенән кем уҡ үткәрә, ҡыҙымды ашарға килгән алты башлы аждаһаны кем үлтерә, шуға ярты батшалығымды бирәм, - тигән, ти.

Ошо өс шарттың тәүгеһен Алпамыша үтәне бит инде. Хәҙер икенсеһен үтәргә кәрәк. Аттар ебәрәләр сабыштырырға бер иллешәр саҡрымға. Теге ҡулсаны бейе-е-ек тау башына мендереп ҡуялар. Шуға күҙ күреме ерҙән атырға кәрәк була.

Алпамыша иптәштәрен алдан ебәрә, үҙе артҡараҡ ҡала. Береһе лә үткәрә алмай уғын ҡулса күҙәүенән. Алпамыша батыр үҙе алыҫ ерҙән атҡан була. Атып ебәрә - Алпамышаның уғы, күҙәүҙән үтә сығып, майҙан уртаһына килеп ҡаҙала.

Алпамыша батырҙы майҙанда шау-гөр килеп күтәреп алалар.

Икенсе бер батшалыҡтан, үс итеп, батшаның ҡыҙын алырға алты башлы аждаһа ебәрәләр. Батша ҡыҙын таш келәткә бикләп ҡуя. Һаҡсылар ҡуйыла. Алпамыша батырҙы ҡыҙ янына килтерәләр. Алпамыша батыр ҡыҙға:

- Мин бер аҙыраҡ йоҡлап алам. Бына һиңә хәнйәр. Аждаһа килһә, шуның менән берәй еремә ҡаҙарһың, - ти.

Алпамыша батыр ултырған килеш кенә йоҡлап китә. Теге аждаһа, ер тетрәтеп, ҡауға ҡуптарып, ҡара буран туҙҙырып килгән була. Ҡыҙ бик ныҡ, ысын күҙ йәштәре менән илай, хәнйәре менән Алпамышаға ҡаҙарға йәлләй. Шул ваҡыт эҫе күҙ йәше Алпамышаның битенә төшә. Ошо йәш тамсыһынан Алпамыша уянып китә.

- Һи-и-и-и, һылыу, бик оҙаҡ йоҡлағанмын бит! Ниңә иртәрәк уятманың? - ти. Тирә-яғына ҡараһа, Алпамышаның янында өҫтәл тулы аҙыҡ, ти. Ашап торорға ваҡыты булмай, бер-ике туҫтаҡ ҡымыҙ эсеп ала. Эсеп бөтөүгә, аждаһа бик яман үкереп, ҡапҡаларҙы, тимер ишектәрҙе асып, кереп килгән була. Алпамыша батыр быға ҡаршы сыға. Ҡыҙы, илап, ишек алдында ҡарап тора.

Аждаһа:

- Батша минән берҙе түгел, икене йәлләмәгән икән: ҡыҙын да, был егетте лә килтереп ҡуйған. Бик тештәрем дә, ҡулдарым да ҡысып тора ине, - ти. Алпамыша батыр әйтә:

- Ҡысыһа ҡысыйҙыр. Әйҙә, улай булғас, алышабыҙмы, көрәшәбеҙме? - ти.

Шунан аждаһа, маҡтанып:

- Һин миңә бер ҡабымлыҡ ҡына бит инде, ни эшләп мин һинең менән көрәшеп торайым? - ти.

Алпамыша аждаһаның ай-вайына ҡуймай:

- Алышмы, көрәшме? - ти.

Шулайтып, былар алышырға тотоналар. Ике төн, ике көн алышалар. Өсөнсө көнөн Алпамыша аждаһаның аҙаҡҡы башын өҙөп алып, тураҡлап, ҙур бер таш аҫтына ҡыҫтырып ҡуя.

Шунан ҡыҙ, ҡайтып:

- Алпамыша батыр аждаһаны еңде, - ти.

Батша, вәзирҙәрен ебәреп, һарайға саҡырта Алпамышаны. Бара Алпамыша батша ҡырына. Батша бик шатлана.

- Ярар, егет, мин һиңә рәхмәт белгертәм, - ти. - Әйткән Һүҙемдә торамын. Бына, - ти, - өсәү ине ҡыҙҙарым, - ти. - Иң кесеһе генә тороп ҡалды, икәүһен элегерәк килеп, аждаһа ашап китте, - ти. - Һин кесе ҡыҙымды ҡотҡарҙың, шатлығымдан ярты батшалығымды бирәм,- ти.- Күңелеңә оҡшаһа, ҡыҙымды ла ал, - ти.

Ҡыҙыҡай Айһылыу исемле була.

Шулайтып, бында туй яһайҙар. Батша бөтөн илдән үҙенең дуҫ-иштәрен саҡырған була. Алпамышаның ата-инәһен дә алдырта. Туй айҙан ашыу бара - оҙаҡ байрам итәләр.

Аҙаҡ Алпамыша ата-инәһен тотош күсереп алып килеп, бер һарайҙа тота. Ялан тулы көтөү, үҙенең хеҙмәтселәре була, яртылашын ярлыларға таратып бирә.

Алпамыша батыр толпарына атланып, йыраҡ-йыраҡ ерҙәрҙә һунарҙа йөрөй. Өс көн, өс тон йөрөһә, өс көн, өс төн йоҡлаған була. Һунарҙан ҡайтып килешләй һәр саҡ бер бей-е-е-к тау башына менеп ултыра ла атын аҡланга ашарға ебәрә икән. Үҙе бик ҡаты йоҡоға тала, ти.

Ҡарабатыр бының ҡайҙарҙа йөрөгәндәрен күҙәтеп йөрөгән икән. Ҡарабатыр бер саҡ яҡындарына әмер бирә:

- Алпамыша батыр ҡайҙа йоҡлаған, шунда бик тәрән итеп соҡор ҡаҙығыҙ, - ти.

Ун ике һыбайлы килеп, Алпамышаның йоҡлаған урынын табалар. Бында бик тәрән итеп ер ҡаҙыйҙар. Алпамыша батырҙы йоҡлаған килеш шул ямға осоралар. Бының өҫтөнә йәшел ағастар ауҙаралар. Атын алып ҡайтып китеп, таш келәткә бикләп ҡуялар. Шулайтып, был Ҡарабатыр хәҙер маҡтана: йәнә инде донъя йөҙөндә ул ғына батыр!

Айһылыуға яусы ебәрә;

- Һинең Алпамыша батырың үлде, мин һине аламын. Бер аҙнанан туй яһайбыҙ!- ти.

Яусы килгәндән һуң Айһылыу бик ҡайғыра, көн илай, төн илай. Айһылыуҙың ай-вайына ҡуймай, туй яһарға булалар.

Был ваҡытта инде Алпамыша батыр теге соҡорҙа ун ике көн ятҡан була. Айһылыуҙың иптәштәре, ун ике-ун бишләп ҡыҙ йыйылып, яланға еләккә сыҡҡан икән, ти. Еләк йыйып йөрөгәндә, улар ҡайҙандыр ер аҫтынан бер бәйет ишетәләр:

Оҙон сәсле, ҡара ҡашлы Айһылыуым бар микән?

Ялы-ҡойроғо ергә тейгән туры толпарым бар микән?

- Ҡарабатырҙың эше генәлер, иҫән-һауҙар ошонан сыҡһам, күккә сөйөр инем үҙен, - тип һөйләнә үҙалдына үҙе Алпамыша батыр.

Теге ҡыҙҙар тауышты юллап килеп, Алпамыша ултырған соҡорҙо килеп табалар.

- Кем унда? - тип һорайҙар ҡыҙҙар.

- Мин, мин. Мин Алпамыша батыр. Айһылыуым иҫән микән? Минең толпарым ҡайҙа йөрөй икән?

- Толпарың бында аҡланда юҡ. Айһылыуың йортта, иҫән, Ҡарабатыр туйға әҙерләнә, - тип яуаплайҙар ҡыҙҙар.

- Айһылыу килһен ине бында, ҡайтып әйтегеҙ әле, - тип ҡуша Алпамыша ҡыҙҙарға.

Тегеләр югерешеп ҡайтып китәләр ҙә, Айһылыу янына инен;

- Һөйөнсө, Айһылыу! Алпамыша батыр иҫән. Һине саҡыра үҙе янына, - тиҙәр.

Был ҡыҙҙарҙың әйтеп бөтөүе була, Айһылыу сығып та югерә. Күмәкләшеп, һә тигәнсе килеп тә етәләр соҡор янына. Айһылыуҙың сәсе бик оҙон булған була. Башын эйеп, Алпамыша соҡорона сәсен төшөрә. Ни ҡәҙәре оҙон булһа ла, Алпамышаның буйы етмәй.

- Минең толпарҙы табығыҙ, юҡһа эш насар, - ти Алпамыша.

Ҡыҙҙар толпарҙың таш келәттә бикле торғанын белгән була.

- Нисек тә булһа, келәттең асҡысын урлағыҙ, - тип өйрәтә Айһылыу ҡыҙҙарға.

Ҡыҙҙар, һаҡсыларҙы алдап-йолдап, асҡысты урлайҙар. Туй барған ваҡытта уйнап йөрөгән булып, һарайҙы асып ебәрәләр. Толпарҙың сабып сығыуы була, ҡыҙҙар, ҡурҡышып, сарылдашып ҡасып бөтәләр. Толпар, ер тетрәтеп, Алпамыша ятҡан ергә сабып бара. Сабып барып та етә, сүгәләй биреп, соҡорға ҡойроғон төшөрөп тә ебәрә. Алпамышаны һөйрәп сығара. Сыҡҡас, тиҙ генә толпарына атлана ла һарайға ҡарай саба батыр, һарайға етер алдараҡ атын ебәрә лә үҙе йәйәүләп ҡайтып инә. Был ваҡытта инде Айһылыуҙы сымылдыҡҡа япҡан булалар.

Алпамыша батырҙың һарайы ҙу-у-р була. Аш кухняләре генә ун ике урында икән, ти. Ҡайтһа, шуларҙың һәр ҡайһыһында аш өлгөрөп килә икән, ти. Хеҙмәтселәре Алпамышаны танымайҙар: һаҡал-мыйыҡ баҫҡан тегене.

- Ашығыҙ өлгөрәме әле. Асыҡтым, юлсыны ашатып ебәрегеҙ, - ти икән Алпамыша.

- Өлгөрә, өлгөрә, - тиҙәр хеҙмәтселәре.

Ҡарабатыр ун ике урындағы ашты тәмләп йөрөй, уның артынан төшөп, Алпамыша һәр ҡаҙандың ашын ашап бөтөрә йөрөй, ти. Һуңғы ҡаҙанды тәмләгәс, Ҡарабатыр, Һарайға инеп, аш көтөп ултыра, ти. Алпамыша батырҙың аҙаҡҡы ҡаҙанды ла ашап бөтөрөп килгәнен күреп, хеҙмәтселәр бик ҡурҡҡан, ти. Алпамыша тегеләргә, тауышланмағыҙ, тип бармаҡ ҡына янап ҡуя, ти.

Ашап бөткәс, Алпамыша Ҡарабатыр янына инә. Тегеһе танымай быны.

- Ҡарабатыр, һин ни эшләп ятаһың? Алпамыша терелеп сыҡҡан бит, әле ҡайтып килә, - ти Алпамыша батыр.

Ҡарабатыр, үҙен-үҙе йолҡҡоларҙай булып, батша янына бара.

- Һалдаттар бир, Алпамышаға ҡаршы сығам, - ти. Батшалыҡта күпме һалдат бар, шуны алып, Алпамышаға ҡаршы китә йәнә лә. Ә Алпамыша батыр бында ашап-эсеп йөрөй.

Алпамыша йәһәт кенә ҡырынып, йыуынып-сайҡанып ала ла, тимер кейемдәрен кейеп, ҡоралланып тышҡа сыға. Атын тиҙ генә ҡыл үтә һыҙғыртып алып, Ҡарабатырга ҡаршы китә.

Ҡарабатыр һалдаттарын стройға теҙеп кенә тора икән, Алпамыша батыр бының ядына саптырып килеп етә:

- Йә, Ҡарабатыр, әҙерһеңме майҙанға сығырға? - ти. - Мин һине, бик яҡшы итеп әҙерләнгәс, көтөп тораһыңдыр тин уйлаһам, һин ғәскәр менән ҡаршы тораһың икән дә, - ти.

Ҡарабатыр, юхаланып:

- Ҡайҙарҙа булдың? Ни арала ҡайтып еттең? - ти. һалдаттар ҙа аптырап ҡала: ысынында Алпамыша һалдаттары бит инде.

Алпамыша әйтә:

- Йә, етер, һин минең баштан көлөргә уйлағайның, килеп сыҡманы был эшең. Юхаланма юҡҡа, Айһылыуҙы табып килтер! - ти. Айһылыуҙы йәшергән булалар был саҡ.

Айһылыуҙы һә тигәнсе таптыра. Вәзирҙәренә әмер бирә:

- Ҡарабатырҙы зинданға ябып ҡуйығыҙ, кәрәк ваҡытта үҙем сығарырмын, - ти.

Алпамышаны һарайҙа бик яҡшы итеп ҡаршы алалар. Айһылыу илай.

Берҙән-бер көндө Алпамыша вәзирҙәренә:

- Һумала ҡайнатығыҙ! - тип әмер бирә. Һумала ҡайнағас, Ҡарабатырҙы зиндандан сығарта.

- Шул ҡайнап торған ҡаҙандан сумып сыға алһаң, йәшәрһең; сыға алмаһаң, шунда ҡалырһың инде, - ти Ҡарабатырга.

Ҡарабатыр бик ныҡ итеп ер тырнап илай ғәрлегенән. Алпамышаға башын эйеп, аяғына йығыла:

- Мине харап итмә! - ти. Алпамыша Ҡарабатырға:

- һин ҡурҡаҡ! - ти.

Майҙан йыйыла. Ошо майҙанда Алпамыша Ҡарабатырҙың башын ҡылыс менән сабып өҙә.

Алпамыша әле булһа Айһылыуы менән тора, һаман батыр булып йөрөй бирә, ти.

***

 

 

Башқұрт өнері

 



 























0 пікір

Үздік материалдар

Сыни-эссе

«Таласбек сыйлығы»: Талқандалған талғам...

Абай Мауқараұлы 1464
Білгенге маржан

«Шығыс Түркістан мемлекеті бейбіт түрде жоғалды»

Әлімжан Әшімұлы 3231
Біртуар

Шоқанның әзіл-сықақтары

Бағдат Ақылбеков 5325